Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2022, 15:45

Мөләйем, мәрхәмәтле, тәжрибәле табибә

 Орсоҡ кеүек бер тик тормаҫ, тынғыһыҙ йәнле, аҙ һүҙле ул. Мәрхәмәтлелеге, изгелеге яҡты, мөләйем йөҙөндә үк сағылыш таба.  Һүҙебеҙ Мораҡ үҙәк район дауаханаһының 3-сө участка терапевы – Әлфиә Кинйәбаева хаҡында.  Ауырыуҙарға һәр саҡ ярҙамға ашығырға әҙер тороуы, үҙ эшенә ифрат яуаплы ҡарауы, кешеләргә булған иғтибарлығы, алсаҡлығы менән тирә-яҡтың ихтирамын күптән яулап алды ул.

Мөләйем, мәрхәмәтле, тәжрибәле табибә
Мөләйем, мәрхәмәтле, тәжрибәле табибә

 Медицина өлкәһендә, ғөмүмән был дауаханала ул 2006 йылдан бирле эшләй, 2012 йылдан терапевт хеҙмәтен ҙур намыҫ менән ихлас башҡара. 

 Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы Мораҡ ауылында эшһөйәр, күркәм ғаиләлә тыуып үҫкән. Мораҡ 1-се урта мәктәбендә белемгә әүәҫлеге менән айырылып торған ҡыҙ артабан әсәһе юлын һайлай (Тәҡлимә Вәлиәтдин ҡыҙы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам хеҙмәтендә фельдшер булып эшләгән).

 2006 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап ҡулына диплом алғас, ул тыуған яғына эшкә ашҡынып ҡайта. Тәүҙә алты йыл Мораҡ үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә эшләп, бай тәжрибә туплай.

 Хәҙер инде үҙен намыҫлы, кеселекле, тәжрибәле участка терапевты булараҡ та танытып өлгөрҙө. Әлфиә Мөхтәр ҡыҙының күркәм кешелек сифаттары айырыуса пандемия осоронда асыҡ күренде. Күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙып, быҫҡып янған йөрәктәргә лә йәшәү дәртен ҡайтарҙы ул.

 Ысын мәғәнәһендә табибәгә ҡарайһың да, ирекһеҙҙән: “Күркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәм шул!” – тиһең. Уның кеүек төплө белемле, тәжрибәле, яҡты йөҙлө, кешеләргә мәрхәмәтле, изгелекле аҡ халатлылар һаулыҡ һағында торғанда, иртәгәһе көнгә өмөт-ышаныс бар!                

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: