Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2022, 14:59

Уңғанлыҡтарына һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә

 Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә! Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында майын бешергә лә, мейес тултырып икмәк һалырға ла, кис ултырып бәйләм бәйләргә лә ваҡытын таба улар.  Бына, Ибрай ауыл биләмәһе уңғаны Зөлфиә Йәғәфәрова (1-се фотола) үҙ ҡулдары менән оло мөғжизә тыуҙырған! Бәйләнгән, тегелгән генә түгел, ҡамырҙан әүәләп эшләнгән ҡурсаҡтары ла бигерәк килешле уның.  Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған Ибраһим ауылында йәшәүсе Гөлсинә Арыҫланбаеваның да ҡулдары алтын. Ул бәйләгән ҡурсаҡтар көлөп тора, кәйефте күтәрә.

Уңғанлыҡтарына һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә
Уңғанлыҡтарына һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә

 Шуныһы ҡыуаныслы – борондан ҡалған кис ултырыу йолаһы хәҙерге заманда йәнә тергеҙелә. Ауыл апайҙары-инәйҙәре бергә-бергә кис ултырып шәл дә бәйләй, сигеүен дә сигә. Быны әңгәмә араһында игебайҙар, мәҡсүттәр, нуҡайҙар, бикҡужалар һәм башҡалар ҙа әйтеп үтте. һабантуйҙағы сағыу күргәҙмәләрҙә лә гүзәл заттарҙың ифрат бай фантазияһы, уңғанлығы, оҫталығы яҡты сағылды.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: