Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2022, 12:36

Балалар сикһеҙ ҡыуанды

ч Балалар беҙҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Кисә, 1 июнь – Халыҡ-ара балалар хоҡуғын яҡлау көнө уңайынан район үҙәгендә уҙғарылған йөкмәткеле саралар быға асыҡ миҫал булып торҙо.  “Өмөт” ветерандар һәм инвалидтар социаль реабилитациялау ойошмаһының (етәксеһе Гөлшат Киленбаева) үҙәк район китапханаһы эшсәндәре менән берлектә үткәргән “һаумы, йәй!” байрам сараһы әсәләрҙең дә, балаларҙың да күңеленә хуш килде.

Балалар сикһеҙ ҡыуанды
Балалар сикһеҙ ҡыуанды

 Тәүҙә тантана сәбәпселәре өсөн заманса йыһазландырылған китапханаға мауыҡтырғыс сәйәхәт, артабан ҡул эштәре буйынса һәм ашнаҡсылыҡ өлкәһендәге ысын оҫталар тарафынан мастер-кластар күрһәтелде. Балалар йәмғиәттә киң популярлыҡ яулаған суши кеүек ризыҡтан ауыҙ итеп тә, “Өмөт” ойошмаһынан матур бүләктәр алып та сикһеҙ ҡыуанды.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: