Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2022, 12:33

Тағы авария. Тағы фажиғә

Кисә, 31 майҙа, Смаҡ-Йомағужа-Воскресенск трассаһында йәнә юл-транспорт фажиғәһе була, унда 15 йәшлек бәлиғ булмаған үҫмер һәләк була.    

Тағы авария. Тағы фажиғә
Тағы авария. Тағы фажиғә

Госавтоинспекция мәғлүмәттәре буйынса, «Daewoo Nexia»ның 21 йәшлек водителе ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында автомобилгә идара итә алмай, һөҙөмтәлә транспорт юлдан төшөп китә һәм әйләнеп ята.  
 Ҡыҙғанысҡа күрә, 15 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханала вафат була.
 Автомобиль водителе һәм 16 йәшлек пассажир ҙа ауыр тән йәрәхәттәре ала, улар икеһе лә дауаханала.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: