Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2022, 11:23

Семинар үтте

Башҡорт дәүләт университетында шаулап-гөрләп балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына арналған республика семинары үтте.  Унда республикабыҙҙың 49 муниципаль берәмегенән тәрбиәселәр ҡатнашты. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары төҙөгән "Өләсәйем әкиәттәре" дидактик альбомының исем туйы республикабыҙҙың алдынғы тәрбиәселәренең тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Был семинарҙа "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының туған телдә белем биреүсе йыл педагогы - 2022"  номинанты, "Шишмәкәй" балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы "Туған телде өйрәтеүҙә уйындың әһәмиәте" тигән темаға сығыш яһаны.

Семинар үтте
Семинар үтте

Башҡорт дәүләт университетында шаулап-гөрләп балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына арналған республика семинары үтте.

 Унда республикабыҙҙың 49 муниципаль берәмегенән тәрбиәселәр ҡатнашты. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары төҙөгән "Өләсәйем әкиәттәре" дидактик альбомының исем туйы республикабыҙҙың алдынғы тәрбиәселәренең тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Был семинарҙа "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының туған телдә белем биреүсе йыл педагогы - 2022"  номинанты, "Шишмәкәй" балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы "Туған телде өйрәтеүҙә уйындың әһәмиәте" тигән темаға сығыш яһаны.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: