Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2022, 08:21

Афарин, уҡыусылар!

25 майҙан 27-нә тиклем Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы үтте. Конкурста балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәре тикшерелде. Унда республиканың район-ҡалаларынан килгән иң яҡшы командалар көс һынашты. Беҙҙең район данын Башҡорт гимназияһы командаһы - Фәриҙә Сәлихова, Камила Суракова, Иҙел Исҡужин һәм Радмил Ғөбәйҙуллин (етәкселәре - Нурзидә Хәсәнова) яҡланы һәм республика конкурсында 2-се урын яуланы.  Уҡыусыларҙы, уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!

25 майҙан 27-нә тиклем Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы үтте. 
Конкурста балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәре тикшерелде. Унда республиканың район-ҡалаларынан килгән иң яҡшы командалар көс һынашты.

Беҙҙең район данын Башҡорт гимназияһы командаһы - Фәриҙә Сәлихова, Камила Суракова, Иҙел Исҡужин һәм Радмил Ғөбәйҙуллин (етәкселәре - Нурзидә Хәсәнова) яҡланы һәм республика конкурсында 2-се урын яуланы. 

Уҡыусыларҙы, уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: