

Китапҡа һөйөү – бала саҡтан
Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы тау-урмандар уртаһында урынлашҡан йәмле Нуҡай ауылында тыуып үҫә. Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡта бухгалтер һөнәрен алып, 27 йыл ғүмерен Нуҡай ауыл биләмәһендә бухгалтер булып эшләүгә бағышлай. Биләмә хакимиәттәрендә бухгалтерҙарҙы ҡыҫҡартҡас, ауыл китапханаһына эшкә урынлаша. Шулай итеп, мауыҡтырғыс, бер үк ваҡытта тынғыһыҙ китапхана эшенә – китап донъяһына сума. Ҡайҙа эшләһәң дә үҙеңде был өлкәлә ышаныслы тотоу өсөн махсус белем кәрәк тип, хеҙмәтенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр дистанцион рәүештә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында китапханалар буйынса белгес һөнәренә эйә була.
- Беҙҙең быуын балалары бәләкәйҙән китап уҡынылар. Мин дә бала саҡтан китап уҡырға яраттым, айырыуса, журналдарҙы көтөп ала инем, унда баҫылған кешеләрҙең яҙмыштары тураһында, матур шиғри шәлкемдәрҙе айырыуса бирелеп уҡығаным хәтерҙә. Шул саҡта китапхана миңә бер оло сихри донъя булып тойола ине. Ниндәй генә китапты алма - һәр береһе ҙур сәйәхәткә алып китә. Хатта үҙең шул донъяны гиҙеп йөрөгәндәй булаһың. Шуның өсөн ғүмере буйы һандар менән эшләгән кешегә китапхана һөнәре ят булманы, эшемде тәүге көндән үк яраттым.
Беҙҙең китапхана мәктәп менән бер бинала урынлашҡас, күберәк балалар йөрөй. Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тиҙәр бит, улар бәләкәй генә ҡыуаныстары булһа ла, күңелдәре төшөп китһә лә иң тәүҙә китапханаға йүгереп киләләр. Балалар өсөн хәҙер төҫлө, мауыҡтырғыс китаптар бик күп. Улар менән төрлө саралар - китап уҡыуҙар, әкиәттәр иленә сәйәхәттәр, һүрәт конкурстары, викториналар үткәреп торабыҙ. Уҡыусыларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, белемдәрен, һөйләү, фекерләү ҡеүәһен арттырыу маҡсатында төрлө мәғлүмәт дәрестәре, әҙәбиәт сәғәттәре уҙғарыла, билдәле яҙыусыларға арнап китап күрәҙмәләре ойошторола.
Шуныһы ҡыуаныслы, интернет, телевизор, төрлө электрон сығанаҡтарҙа мәғлүмәттең күп булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем генә китап уҡыған өлкәндәр ҙә байтаҡ. Улар ауыл китапханаһына килеп, бер аҙға донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итәләр, рухи аҙыҡ алалар, күңелдәренә йыуаныс табалар.
Китапхана матбуғат баҫмаларын да даими алдыра, шуға күрә район һәм республика гәзит –журналдарын алдырмаусыларға уларҙы беҙгә килеп уҡыу мөмкинлеге бар.
Китапханасының эше китаптар биреүгә генә ҡайтып ҡалмай. Иҫтәлекле көндәр, ваҡиғалар, байрамдар айҡанлы төрлө саралар үткәрәбеҙ. Уларҙың күбеһе клуб һәм мәктәп менән берлектә уҙғарыла. Бөйөк Еңеү байрамына арнап әҙәби сәғәттәр үткәрелде, һаулыҡ һаҡлауға арналған “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә “Беҙҙең яҡташтар Афған ерендә” тигән стендтар эшләнде. Пандемия осоронда онлайн режимда эшләргә тура килде, - тип башҡарған эштәре хаҡында бәйән итте Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы.
Эйе, ауыл ерендә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшсәндәре һәр сараның, ауылда уҙған һәр ваҡиғаның уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, ә уларҙы ойоштороуға, ауылдаштарының тормошон йәмләүгә, уларҙың рухи донъяһын байытыуға күп көс һала. Бөйөк Еңеү, Яңы йыл, Ололар көнө һәм башҡа байрамдар айҡанлы фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та саралар ойошторола. Ғөмүмән, мәктәп, клуб һәм китапханалағы һәр бер сара тәрбиәүи маҡсатта үтә. Ҡарашынан изгелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Сәйҙә Миңнулла ҡыҙын ауылдаштары ла ихтирам итә.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Ғаиләлә
Ҡатын-ҡыҙ өсөн тормош асылы нимәлә? Яратҡан эшеңдән тыш, яратҡан кешең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишең булыуҙа, һөйгәнең менән донъя ҡороп, балалар үҫтереүҙә. Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы ул яҡтан да бик бәхетле, донъяһы түңәрәк, күңеле бөтөн уның. 37 йыл элек ошо уҡ ауыл егете Риф Зариф улы менән яҙмышын бәйләй. Йәш ғаилә тыуған ауылдарында төпләнеп, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, матур итеп донъя көтәләр. Улдары Рифат Силәбе педагогия университетын тамамлап, информатика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Килендәре Эльвира ла уҡытыусы, балаларға инглиз телен өйрәтә, йәш пар ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Әлфинә Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем алған, әле тормош иптәше менән Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй, икеһе лә инженер булып эшләй, өс бала тәрбиәләй.
Яуаплы вазифа биләгән иренең эшен аңлап ҡараған, уға терәк-таяныс, ярҙамсы була белгән, иңен ҡуя белгән тоғро ҡатын, күҙ ҡараһындай итеп үҫтергән ике ғәзиз балаһына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй ҙә ул беҙҙең геройыбыҙ. Киләсәктә лә ғаиләһенең терәген тойоп, эшенән йәм табып йәшәргә яҙһын Сәйҙә Миңнулла ҡыҙына!