+28 °С
Болотло


25 майҙа Исем урта мәктәбен тамамлаусы 6 егет һәм ҡыҙ өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” сыңланы.
Уларҙы был мөһим көн менән мәктәп директоры Ринат Көсөкбаев, район Советы секретары Руслан Әхмәров, Исем биләмәһе башлығы Юлиә Хренова, уҡытыусылары, ата-әсәләр ҡотланы, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Һуңғы ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы иң-иңдәргә - 11-сенән Данияр Аҫылбаевҡа һәм 1-се кластан Гөлназ Сәлиховаға бирелде.