+28 °С
Болотло


Ағалы-ҡустылы Факил һәм Рәжәп Рәхимовтар үҙҙәренең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Ауыл осондағы посадка буйын һөрҙөрөп, шунда йәш үҫентеләр ултыртты. Ауылдың шәп егеттәренә ауыл Советы депутаты Шамил ағай Әбдрәхимов менән Рәфис ағай Яхин ярҙам итте. Ағастар шаулап үҫһен, ауыл халҡы исеменән егеттәргә ҙур рәхмәт.