Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
20 Май 2022, 06:39

Үлән сәйҙәренең шифаһы

 Иммунитетты нығытыу өсөн киптерелгән мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, гөлйемеш, йүкә, ҡарағат, алма япрағы, ромашканы онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.

Үлән сәйҙәренең шифаһыҮлән сәйҙәренең шифаһы
Үлән сәйҙәренең шифаһы

Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә дарыу менән төҙәлмәй торған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.

 Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (1-2 аш ҡалағы), 1 стакан һыуҙа ҡайнатып, 2 сәғәт тирәһе төнәткәс, көнө буйына 1-2 ҡабым эсергә кәрәк.

 1 сәй ҡалағы ромашка һәм йүкә сәскәһен, гөлйемеште 1 стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.

 Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.

 Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. 2 аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алырға. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.

 Үлән сәйҙәрен самаһыҙ ҡулланырға ярамай.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас