

Шулай итеп, “Мораҙым” ды алдырыусылар араһында был юлы бәхет Нуҡайҙан Хәмит Әүҙәнбаевҡа (лимон өсөн һауыт), Солтанғолдан Фәриҙә Яугилдинаға (ваза), Сәлихтан Люциә Рәхимоваға (балыҡ өсөн һауыт) һәм Яңауылдан Зәйнулла Йәнбәтовҡа (сәй сервизы) йылмайҙы. Ә “Кугарчинские вести”ға яҙылыусылар араһында Йомағужанан Ринат Дәүләтбаев, Елена Әпсәләмова (“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”), Сәлихтан Рәшит Ғәйепйәнов һәм Иртөбәктән Екатерина Вегер иң даланлылары булып сыҡты. Беҙ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙең менән паспорт, ИНН, пенсия таныҡлығы алып килергә. Киләһе бүләк уйнатыу 26 майҙа була.