Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 14:36

Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаға ҡотлау

Күгәрсен ауылында ғүмер кисереүсе ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ – Хәйбуллина Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙын  65 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.  Ҡәҙерлебеҙ! Бар тирә-яҡ ап-аҡ сәскәгә күмелгән, ҡояш йылыһы йыһанды йылытҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға килгәнһең. Һине иң оло байрамың - тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һин, әсәй –  беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, рух шишмәбеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Тормош ауырлыҡтарын еңә киләһең, балаларыңа, туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп йәшәйһең. 65 йыл эсендә Хоҙай биргән ғүмереңдә күпме ауырлыҡтар күтәреп уҙғанһың, һынмағанһың, һығылмағанһың, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең араһында балҡып йәшәйһең. Хоҙай Тәғәлә һинең шул бәхеттәреңә өҫтәп сәләмәтлек бирһен.  Ҡәҙерле кешебеҙ! Һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарында тормош юлдарың именлектә, һау-сәләмәт булып, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош, күтәренке кәйеф һәм туған-тыумасаларың, яҡындарың менән бәхетле көндәрҙә үтһен. Әрнеү-һағыш белмә, гел шулай сибәр бул, изге донъяның барлыҡ рәхәттәрен күреп, бергә-бергә күңелле итеп йәшәргә Хоҙай насип итһен.  Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,  Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.  Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,  Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.  Һин булғанға күрә, әсәй, йәнем,  Был донъяла бары нур ғына.  Нур һүнмәһен, һис тә һүрелмәһен –  Оҙаҡ йәшә, иҫән бул ғына.  Иң изге теләктәр менән улың Радик, киленең Наилә, ҡыҙҙарың Зөлфирә, Земфира, кейәүҙәрең Зилфат, Рәмил, ейән-ейәнсәрҙәрең Радмир, Илназ, Рәмзил, Илмир, Инзирә, Ильяс, Нәзилә, Инзил, Ынйы.

Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаға ҡотлау
Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаға ҡотлау

Күгәрсен ауылында ғүмер кисереүсе ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ – Хәйбуллина Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙын  65 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.

 Ҡәҙерлебеҙ! Бар тирә-яҡ ап-аҡ сәскәгә күмелгән, ҡояш йылыһы йыһанды йылытҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға килгәнһең. Һине иң оло байрамың - тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һин, әсәй –  беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, рух шишмәбеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Тормош ауырлыҡтарын еңә киләһең, балаларыңа, туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп йәшәйһең. 65 йыл эсендә Хоҙай биргән ғүмереңдә күпме ауырлыҡтар күтәреп уҙғанһың, һынмағанһың, һығылмағанһың, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең араһында балҡып йәшәйһең. Хоҙай Тәғәлә һинең шул бәхеттәреңә өҫтәп сәләмәтлек бирһен.

 Ҡәҙерле кешебеҙ! Һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарында тормош юлдарың именлектә, һау-сәләмәт булып, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош, күтәренке кәйеф һәм туған-тыумасаларың, яҡындарың менән бәхетле көндәрҙә үтһен. Әрнеү-һағыш белмә, гел шулай сибәр бул, изге донъяның барлыҡ рәхәттәрен күреп, бергә-бергә күңелле итеп йәшәргә Хоҙай насип итһен.

 Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,

 Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.

 Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,

 Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.

 Һин булғанға күрә, әсәй, йәнем,

 Был донъяла бары нур ғына.

 Нур һүнмәһен, һис тә һүрелмәһен –

 Оҙаҡ йәшә, иҫән бул ғына.

 Иң изге теләктәр менән улың Радик, киленең Наилә, ҡыҙҙарың Зөлфирә, Земфира, кейәүҙәрең Зилфат, Рәмил, ейән-ейәнсәрҙәрең Радмир, Илназ, Рәмзил, Илмир, Инзирә, Ильяс, Нәзилә, Инзил, Ынйы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: