Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 16:55

Яҡупова Фәйрүзә Сәфиулла ҡыҙына ҡотлау

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Яҡупова Фәйрүзә Сәфиулла ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын – 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уны ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм иң изге, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.  Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙ, һин – тормошобоҙҙоң йәме, йортобоҙҙоң ҡото, бәхетебеҙ сығанағы. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аяҙ көндәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, йән тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙерле атайыбыҙ менән бергә бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын! Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!  Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа  Табып булмай затлы бүләкте.  Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин  Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.  Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй,  Тән сихәтен, күңел тыныслығын.  Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың  Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулһын! Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәхәмәт, улдарың Насир, Радмир, Әсҡәт, Илдар, килендәрең Эльвира, Гөлназ, Әлифә, ҡыҙың Әминә, кейәүең Нурфәиз, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлфиә, Руслан, Әлиә, Шамил, Ислам, Нәркәс, Нургизә, кейәүҙәрең Тимур, Артур, бүләләрең Эмиль, Рафаэль.  Өфө ҡалаһы, Раевка ҡасабаһы, Яңауыл ауылы.  

Яҡупова Фәйрүзә Сәфиулла ҡыҙына ҡотлау
Яҡупова Фәйрүзә Сәфиулла ҡыҙына ҡотлау

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Яҡупова Фәйрүзә Сәфиулла ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын – 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уны ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм иң изге, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

 Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙ, һин – тормошобоҙҙоң йәме, йортобоҙҙоң ҡото, бәхетебеҙ сығанағы. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аяҙ көндәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, йән тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙерле атайыбыҙ менән бергә бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын! Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!

 Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
 Табып булмай затлы бүләкте.
 Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
 Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.

 Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй,
 Тән сихәтен, күңел тыныслығын.
 Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың
 Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулһын!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәхәмәт, улдарың Насир, Радмир, Әсҡәт, Илдар, килендәрең Эльвира, Гөлназ, Әлифә, ҡыҙың Әминә, кейәүең Нурфәиз, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлфиә, Руслан, Әлиә, Шамил, Ислам, Нәркәс, Нургизә, кейәүҙәрең Тимур, Артур, бүләләрең Эмиль, Рафаэль.

 Өфө ҡалаһы, Раевка ҡасабаһы, Яңауыл ауылы.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: