Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2022, 10:10

Хәмер һатылмай

"Һуңғы ҡыңғырау" байрамында хәмер һатыу тыйыла. 

Хәмер һатылмай
Хәмер һатылмай

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамына арналған сараларҙы уҙғарғанда алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла. Был турала Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Быйыл Һуңғы ҡыңғырау туғыҙынсы кластарға — 18 майҙа, ә ун беренселәргә 25 майҙа яңғырай.

«Башҡортостан Республикаһының 2007 йылдың 1 мартындағы 414-се законының 6.2 статьяһына ярашлы, магазиндарҙа хәмер һатыу тыйыла. Был дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:
Читайте нас: