Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2022, 17:12

Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы Яугилдинаға ҡотлау

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы Яугилдинаны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә байрам. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон, бәхетле ғүмер һиңә, ҡәҙерлебеҙ! Был көн шундай күңелле һин тыуғанға, Был донъя шундай яҡты һин булғанда. Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға. Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда. Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле, Ҡылған эшең - бары изгелек. Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр, Бәхеттәрең булһын ғүмерлек. Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен, Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр. Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп, Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр. Балаларың Гөлдәр, Азат, кейәүең Дамир, ейән-ейәнсәрҙәрең Арыҫлан һәм Алтынай.

Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы Яугилдинаға ҡотлау
Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы Яугилдинаға ҡотлау

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы Яугилдинаны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә байрам. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон, бәхетле ғүмер һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Балаларың Гөлдәр, Азат, кейәүең Дамир, ейән-ейәнсәрҙәрең Арыҫлан һәм Алтынай.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: