Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2022, 15:29

Уҡытыусыларға - грант!

2022 йылда йәш уҡытыусыларға 690-ышар мең һумлыҡ 25 грант тапшырыла.

Уҡытыусыларға - грант!
Уҡытыусыларға - грант!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 июнендәге «Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе. Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 2022 йылда йәш уҡытыусыларға 690-ышар мең һумлыҡ 25 грант тапшырыла. Был конкурста ауыл ерендәге мәктәптә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылғайны. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.

Автор:
Читайте нас: