

Донъянан төңөлмәгеҙ!
Тормош шулай ҡоролған: йәшәү дәүерендә кеше шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә кисерә. Ғәҙәттә, улар сиратлап килеүсән. Ҡыуаныс-уңыштар¬ҙан баштарыбыҙ әйләнһә лә, беҙ уларҙы еңелерәк кисерәбеҙ, ә тормош ҡуйған һынауҙарҙан шартлап һынмаҫ өсөн эргәбеҙҙә һәр саҡ үҙебеҙҙән көслөрәк кеше булыуын теләйбеҙ.
Ҡулыма эш бармай, донъянан төңөлөбөрәк йөрөгән көндәремдең береһендә яҙмыш мине Таңһылыу менән таныштырҙы.
Кешеләрҙе магнит кеүек үҙҙәренә тартып, көсһөҙҙәргә – көс, дәрт¬һеҙҙәргә дәрт биреп торғандар була. Яңы танышым тап ана шундай¬ҙарҙан ине. Һөйләшеүҙең тәүге минуттарынан уҡ унан ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бөркөлөүен тойҙом. Тормошта бик күп уңышһыҙлыҡҡа юлығып, юғалтыу¬ҙар кисергән был ханымдың һәр һөйләгән һүҙендә тәрән аҡыл ята.
Ул кескәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалып, уҫал үгәй әсә ҡулында үҫә. Яһил ҡатын ҡулында тәрбиәләнгән ҡыҙҙың бала сағы бөтөнләй булмай тиерлек. Көлһылыу хаҡындағы әкиәт тап минең турала яҙылған, ти ул, моңһоу хәтирәләргә бирелеп. Аҙаҡ атаһын да юғалта ул. Мөхәббәттә лә бәхете булмай сыға: әрмегә оҙатып, ике йыл буйы көтөп алған егете иң яҡын әхирәтенә өйләнә. Һөйгәне менән бергә ҡыҙ иң яҡын дуҫын да юғалта.
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ йылдар үткәс, Таңһылыу бәхетен һынап ҡарамаҡ була - кейәүгә сыға. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда яҙмыш уға тағы үҙ һынауын ҡуя: иптәше уны ташлап, икенсе ҡатынға сығып китә. Бөгөн Таңһылыу улын яңғыҙы үҫтерә.
– Мин үҙемә насарлыҡ ҡылған, хыянат иткән был кешеләрҙе ғәфү иттем, тип әйтә алмайым, ә шулай ҙа күңелемдә уларға ҡарата асыу ҙа, үпкә лә юҡ, – ти әңгәмәсем, кешеләргә ҡарата асыу тотоу көсһөҙҙәргә генә хас күренеш икәнлегенә ишаралап,– яҙмыш үҙенең был һынауҙарын алдыма сығарып һалған саҡта, төшөнкөлөккә бирелеп, шартлап һынмаҫ өсөн тештәремде ҡыҫҡан саҡтарым күп булды. Аҡылдан яҙыуҙан ҡурҡтым, – ти ул.
Быларҙы һөйләгәндә танышымдың йөҙө ҡапыл моңһоуланып, уйсанланып китә, ауыр итеп көрһөнөп алғас, ул һүҙен дауам итә:
– Иптәшем мине ташлап сығып киткән көндө ҡала урамдарын ете сәғәт ҡыҙырғанмын. Ғүмерлек юлдашым итеп һайлаған кешемдең ысынында кем булыуын аңлау өсөн миңә ошо ваҡыт етте.
Был ваҡиғанан һуң Таңһылыуҙың донъяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә: мөхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән насарлыҡтың һәр саҡ йәнәш тороуын аңлай, ләкин күңеле ҡатып ҡалмай. Һәр яманлыҡтың артында фәҡәт яҡшылыҡ булыуына ышанып йәшәй. Шуға ла кеше үҙенә, үҙ көсөнә генә ышанырға тейеш, ә күргән-кисергәндәр кешене һындырырға тейеш түгел, киреһенсә, көслөрәк итергә тейеш, тигән фекерҙә ул.
Бөгөнгө көсөргәнешле, ауыр заманда ауырлыҡтарға түҙә алмай, үҙҙәрендә тормош еленә ҡаршы торорлоҡ көс тапмай, юғалып ҡалғандарға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткәндәргә Таңһылыу үҙ һүҙен еткерергә ашыға:
– Кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һин уны илап үткәрәһеңме, йырлап йәшәйһеңме – барыһы ла үҙеңдән тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә тырышырға кәрәк. Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылғандар ғына был донъяла бәхетле була. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмереңде илау-һыҡтауҙарға арнайһыңмы, әллә инде матур бер йырға әйләндерәһеңме – быныһы һәр кемдең үҙ эше. Әммә ҡара һыҙыҡтың теге яғында һәр саҡ ағы булыуына иманым камил, берүк тормоштан төңөлмәгеҙ! – ти ул.
Ихласлығы, алсаҡлығы йөҙөнә сыҡҡан был ханымдың һәр һөйләгән һүҙе, әйткән теләге йөрәккә май булып яғыла, күңелгә дәрт, киләсәккә ышаныс өҫтәй. Икәүләшеп урам буйлап атлағанда уның әйләнә-тирәләгеләргә битараф түгеллеген аңлайым. Осраған бер танышы менән ихлас иҫәнләшеп, алсаҡ йылмайыуын бүләк итеп үтһә, юл ситендә хәйер һорап ултырғандарға хәйер биреп уҙа, хатта хужаһыҙ бесәйҙәр ҙә уның иғтибарынын ситтә ҡалмай, уларға кибеттән ризыҡ алып ашатып китә.
...Ҡала урамынан атлап киләм. Ҡаршыма зәғиф бала етәкләп бер ҡатын килә. Мин уны бик йыш күрәм, көн дә ҡыҙын саф һауаға алып сыға ул.
Мейемде йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтә: «Аллаға шөкөр, минең баламдың дүрт һаны ла теүәл. Был ханыма түҙемлек бир, Хоҙайым». Эйе, Таңһылыу әйткәйне, балаң иҫән-һау, йүгереп йөрөй икән, шөкөр ит, зәғиф, ғәриптәргә Алланан сабырлыҡ һора, тип.
Артабан күҙем урам ситендә хәйер һорап ултырыусыға төшә, бында латанышымдың һүҙҙәрен иҫкә төшөр¬әм.
«Бөгөн ашарға ризығың бар икән, уның өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡы, ҡыуан, сөнки бер киҫәк икмәккә лә зар-интизар булып йәшәгәндәр етерлек. Ҡулыңдан килһә, ундай¬ҙарға ярҙам ит, урап уҙма. Аллаһ Тәғәлә үҙе үк биргән ҡулға тағы ла мулыраҡ бирә ул... »
Эйе, үҙ донъябыҙҙа ҡайнап, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арына алмай, күп ваҡыт тирә-яғыбыҙҙағыларға иғтибар итмәй йәшәргә өйрәнгәнбеҙ.
Үҙебеҙҙән юғарыларға көнләшеп түгел, һоҡланып ҡарап, ә түбәндәрҙе күреп, үҙ көнитмешебеҙгә шөкөр ҡылып көн итһәк, тормошобоҙ ҙа, бәлки, аҙ ғына булһа ла яҡшыраҡ, күңелебеҙ ҙә бөтөнөрәк, яҡтыраҡ булыр ине.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.