Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2022, 04:40

Дауыт-ҡайып ауылы тураһында китап сыҡты

Дауыт-Ҡайып ауылына - 225 йыл. Ошо мөһим һәм иҫтәлекле дата уңайынан "Дауыт-Ҡайып - изге тыуған бишек" тип исемләнгән китап сығарылды һәм кисә уның исем туйы үтте. Ауылдың тарихы бай, ә иң мөһиме - унда егәрле, тырыш һәм үҙ тыуған төбәген яратҡан халыҡ йәшәй. Китапта ауылдың тарихы, уның үҫешеүе, кешеләре тураһында ентекле яҙылған.  Ауыл тураһында китап яҙыу идеяһын ошо ауылда тыуып үҫкән Ишмөхәмәт Арыҫланбәков күтәреп сыға һәм ошо эште ойоштороу, мәғлүмәт йыйыу һәм яҙыуҙы үҙ өҫтөнә ала.  Материал туплауҙа уға ауыл һәм ауылдан сыҡҡан халыҡ ярҙам итә.

Дауыт-ҡайып ауылы тураһында китап сыҡтыДауыт-ҡайып ауылы тураһында китап сыҡты
Дауыт-ҡайып ауылы тураһында китап сыҡты

Дауыт-Ҡайып ауылына - 225 йыл. Ошо мөһим һәм иҫтәлекле дата уңайынан "Дауыт-Ҡайып - изге тыуған бишек" тип исемләнгән китап сығарылды һәм кисә уның исем туйы үтте.

Ауылдың тарихы бай, ә иң мөһиме - унда егәрле, тырыш һәм үҙ тыуған төбәген яратҡан халыҡ йәшәй.

Китапта ауылдың тарихы, уның үҫешеүе, кешеләре тураһында ентекле яҙылған. 

Ауыл тураһында китап яҙыу идеяһын ошо ауылда тыуып үҫкән Ишмөхәмәт Арыҫланбәков күтәреп сыға һәм ошо эште ойоштороу, мәғлүмәт йыйыу һәм яҙыуҙы үҙ өҫтөнә ала.  Материал туплауҙа уға ауыл һәм ауылдан сыҡҡан халыҡ ярҙам итә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас