+28 °С
Облачно


Яңы Хвалын урта мәктәбе уҡыусылары “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды. Мәктәп территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – Ҡотлогилдин Ғаләм Әхмәтғәзиз улы, Мәхмүтов Ишбулды, Фәизов Миңлеғәлим Латип улы, Хөснуллин Мөхәмәтфәтих Сәлих улы, Абдуллин Кәрим Баймөхәмәт улы, Миңлебаев Хәйбулла Зәйнулла улы, Сөләймәнов Ғариф Латип улы иҫтәлегенә ағастар ултырылды. Улар – уҡыусылар һәм уҡытыусыларыҙң олаталары һәм ҡарт олаталары.