

Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында 3-сө халыҡ-ара "Яулыҡ - тыныслыҡ символы" фестивале уҙғарылды, унда беҙҙең райондан “Сәңкем” халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты. Көн дауамында барған сарала ҡатнашыусылар оҫталарҙың ҡул эштәренән торған һатыу-күргәҙмәләр менән танышты, “Түңәрәк өҫтәл”дә аралашты, "Музыкаль яулыҡ" асыҡ микрофонында таҡмаҡтар йырланы, оҫталыҡ дәрестәрендә, "Халыҡтар дуҫлығы" хороводында ҡатнашты. Гала концертта беҙҙең сәңкемдәр "Шәл өмәһе", "Киленгә шәл ябыу" йолаларын күрһәтте һәм фестивалдең рәхмәт хатына лайыҡ булды.