Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
2 Май 2022, 03:55

Сәхнәлә - сәнғәт мәктәбе уҡыусылары

Апрельдең һуңғы көндәрендә З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе отчет концерты менән сығыш яһаны. 

Сәхнәлә - сәнғәт мәктәбе уҡыусыларыСәхнәлә - сәнғәт мәктәбе уҡыусылары
Сәхнәлә - сәнғәт мәктәбе уҡыусылары

Отчет концерты булғас, бөтә бүлектәр ҙә иң яҡшы сығыштарын тамашасылар, ата-әсәләр хөкөмөнә сығарҙы. Гармунсылар, ҡурайсылар, скрипкасылар, фольклор ансамблдәре, тынлы оркестр залды сихри моңға ҡойондорҙо. Хор, Йыр ансамблдәре, трио башҡарған моңло йырҙар көслө алҡыштарға күмелде. Бейеүселәр сығышы йөрәктәрҙе елкендерҙе.  

Моң Мәккәһе булған сәнғәт мәктәбендә музыка, хореография серҙәрен эстәп берәүҙәр тамамлай, уларҙың урынына бәләкәйҙәр килә. Әйткәндәй, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн иртә эстетик тәрбиә биреү төркөмө лә эшләй мәктәптә. Улар ҙа бер сәхнә булып теҙелеп сығып йыр, бейеү башҡарҙы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас