

Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис- сәләм фытыр саҙаҡаһын ирекле кешегә лә, ҡолға ла, иргә лә, ҡатынға ла, олоһона ла, кесеһенә лә хөрмә, арпа йә бойҙайҙы бер “сағ” (өс литрлы һауыт) күләмендә бирергә бойорған. Был эш Рамаҙан айында белеп йә белмәй эшләгән кәмселек-хаталар ярлыҡанһын һәм ярлы-мохтаждар ғәйет көнө ҡытлыҡ кисермәһен өсөн эшләнгән.
Фытыр саҙаҡаһын аҙыҡ менән, йәиһә уның хаҡын аҡсалата бирергә мөмкин. Өс литрлы һауытты килограмм менән әйткәндә, дөгө ярмаһы, ҡарабойҙай, фасоль - 2,5 кг, он, хөрмә, борсаҡ 1,5 кг тирәһе тәшкил итә. Аҡсалата бирергә теләүселәргә кәмендә 150 һумдан килеп сыға. Артығын һәр кеше үҙ теләге менән бирә ала, сикләү юҡ. Фытыр саҙаҡаһы ғаиләнән һәр кеше иҫәбенән бирелә.
Фытыр саҙаҡаһын мохтаждарға, йәғни айлыҡ аҡсаларын осон-осҡа бәйләп йәшәгәндәргә - килеме әҙ, күп балалы, бурысҡа батҡан, ҡаза күргән, ҡытлыҡҡа тарыған мохтаждарға биреү фарыз. Кемгә бирергә белмәгән осраҡта мәсеткә тапшырырға мөмкин, улар мәсеттән мохтаждарға таратыла.
Фытыр саҙаҡаһы биреп, ҙур сауап алабыҙ, гонаһтарыбыҙҙы йыуабыҙ, күңелебеҙҙе һаранлыҡтан таҙартабыҙ, бөйөк айыбыҙҙың бәрәкәтенә, әжеренә ирешәбеҙ, йәмғиәттә өлфәт-мөхәббәт һәм ихтирамды арттырабыҙ.
Раббыбыҙ Аллаһтың рәхимлегендә, бәрәкәтендә булайыҡ.
Рәсүл ЯНБАЕВ, райондың имам-мөхтәсибе.