Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Новости
27 Апрель 2022, 07:09

Башҡортостанда 5-6 май ял көндәреме?

Республика Башлығы ул хаҡта нимә тине. 

Башҡортостанда 5-6 май ял көндәреме?Башҡортостанда 5-6 май ял көндәреме?
Башҡортостанда 5-6 май ял көндәреме?

Башҡортостанда 5-6 май ял көндәре тип иғлан ителмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте. Май байрамдарын оҙайтыу-оҙайтмау мәсьәләһе —губернаторҙар ҡарамағында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте Дәүләт Думаһы депутаттарының май байрамдарын оҙайтыу тураһында тәҡдимен хупламаны, ләкин быны төбәктәргә үҙҙәренә хәл итергә мөмкинлек бирҙе.

Автор:
Читайте нас