Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Апрель 2022, 05:38

Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамлана?

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә ағымдағы йылытыу миҙгеленең тамамлау хаҡында һөйләне.

Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамлана?Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамлана?
Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамлана?

«Тыштағы һауа температураһын иҫәпкә алып, муниципаль берәмек башлыҡтарының иғтибарын Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре нормаларына йүнәлтәм: тышта һауа температураһы биш тәүлек рәттән +8 градустан юғары булһа, муниципалитет йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса, йылытыу миҙгеленең иртәрәк тамамланыуы ихтимал, бының өсөн тейешле мөрәжәғәтте һәм йыйылыш протоколын идара итеүсе компанияға тапшырырға кәрәк», — тине ул.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, хакимиәттәрҙең мәғлүмәтенә ҡарағанда, район-ҡалаларҙың күпселеге йылытыу миҙгелен — апрелдә, ҡалғандары майҙа тамамларға ниәтләй. 25 апрелгә Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарар ҡабул иткән.

Автор:
Читайте нас