Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
26 Апрель 2022, 11:14

Рәхмәттәр яуһын!

 Рамаҙан айында Багдашкин (Ыуары) ауыл клубы менән мәсетендә  ифтар мәжлесе үткәрелгән.  Клубта үткән ифтар мәжлесенә фельдшер Вәзирә Ҡотлогилдина, социаль хеҙмәткәр Зәйтүнә Ҡотлогилдина, Ыуары haм Мораҙым ауылдары мәҙәни ойоштороусылары бешеренеп, бергәләп йыйылышып, матур табын әҙерләп,ураҙа тотҡан оло быуын инәй-бабайҙарын йыйған.  Бер нисә көндән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ауылға нур һибеп торған күркәм мәсеткә матур табын ҡороп, ураҙа тотҡан әбей-бабайҙарҙы йыйған. Ауыҙ асҡас, ахшам намаҙы, мәрхүмдәр рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары ла уҡылды. Ошо мең сауаплы күркәм сараны үткәргән, тәмле ризыҡтар әҙерләгән, мәжлескә килеп табындарҙы йәмләгән ауыл халҡына “Афарин!”, тибеҙ.

Рәхмәттәр яуһын!Рәхмәттәр яуһын!
Рәхмәттәр яуһын!

 Рамаҙан айында Багдашкин (Ыуары) ауыл клубы менән мәсетендә  ифтар мәжлесе үткәрелгән.
 Клубта үткән ифтар мәжлесенә фельдшер Вәзирә Ҡотлогилдина, социаль хеҙмәткәр Зәйтүнә Ҡотлогилдина, Ыуары haм Мораҙым ауылдары мәҙәни ойоштороусылары бешеренеп, бергәләп йыйылышып, матур табын әҙерләп,ураҙа тотҡан оло быуын инәй-бабайҙарын йыйған.

 Бер нисә көндән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ауылға нур һибеп торған күркәм мәсеткә матур табын ҡороп, ураҙа тотҡан әбей-бабайҙарҙы йыйған. Ауыҙ асҡас, ахшам намаҙы, мәрхүмдәр рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары ла уҡылды. Ошо мең сауаплы күркәм сараны үткәргән, тәмле ризыҡтар әҙерләгән, мәжлескә килеп табындарҙы йәмләгән ауыл халҡына “Афарин!”, тибеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас