Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Апрель 2022, 10:56

“Атайсал” – йәнтөйәккә ҙур ярҙам

Хәтерегеҙҙәлер, уҙған йылдың 1 марттында республикала “Атайсал” дәүләт проекты старт алғайны. Ул ерле юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән: тормошта уңышҡа өлгәшкән кешеләр араһында элек-электән тыуған ауылына, яҡташтарына теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүселәр күп. Был проект бына шул матур йоланы республика кимәлендә танытып, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә. Уға ярашлы, уңышлы кешеләрҙең кесе ватанына ярҙам итеү системаһы булдырылды.

“Атайсал” – йәнтөйәккә ҙур ярҙам“Атайсал” – йәнтөйәккә ҙур ярҙам
“Атайсал” – йәнтөйәккә ҙур ярҙам

Беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа “Атайсал” проектынан ситтә ҡалмай. Шуларҙың береһе – Азат Айытов.

Башҡорт Әлмәсе ауылында тыуып үҫкән Азат Сәфиулла улы Туймазы үҙәк дауаханаһында оҙаҡ йылдар хирург һәм баш табип булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшенән айырылмай – Туймазы һәм Октябрский ҡалаларында медицина клиникалары аса һәм әлеге көндә был медицина учреждениеларының баш табибы булып эшләй. Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы тыуған еренә, яҡташтарының яҙмышына битараф түгел. Әлмәс ауылы зыяратының ҡоймаларын алмаштырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән – заманса “3-Д” сеткалары һәм 100 дана тимер бағана алырға ярҙам иткән.

 Әйткәндәй,  Миңнихан Киленбаев менән Дамир Айытов та ауылдаштарына матди ярҙам күрһәткән.

 Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин әйтеүенсә, зыяраттың ҡоймаһы  бер нисә йыл элек үк “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы ярҙамында (урындағы халыҡ та аҡса йыйған) алмаштырыла башланған. Әммә 800 метр оҙонлоғондағы ҡойманың 250 метр самаһы арауығы эшләнгәс, был эш туҡтап ҡалған булған. Һәм бына, ниһайәт, күренекле ауылдаштары матди ярҙам күрһәткәс, был изге эште урын-еренә еткереп ҡуйғандар.

 “Радик Байназаровҡа, Рифат Зәйетовҡа, Айнур Ҡотлоғужинға һәм уларға ҡушылған башҡа егеттәргә, эшселәрҙе тәмле аштар менән һыйлаусы Әлфира Табулдинаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

 Бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәгән. Зыярат  иһә ҡасандыр барасаҡ уртаҡ йортобоҙ. Шуға ла был урынды тәртиптә тотоу – тереләрҙең изге бурысы”, - ти Рәил Мөтиғулла улы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас