Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
15 Апрель 2022, 07:00

Умартасылар ҡорға йыйылды

Уҙған йыл республиканың көньяҡ райондары, шул иҫәптән беҙҙең Күгәрсен умартасылары өсөн бик ауыр килде. Урман фонды парһыҙ ебәк күбәләге тип аталған ҡоротҡос бөжәктән ҙур зыян күрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҡаршы көрәш эҙемтәһендә ҡорттар күпләп үлде. Умартасылар йыйылышында быйылғы йылға пландар ҡороу менән бер рәттән ошо хаҡта ла ҡыҙыу әңгәмә булды. Парһыҙ ебәк күбәләгенең таралыуы 1942 йылда ла күҙәтелгән, ул ваҡытта имәнлектәр юҡҡа сыға яҙған. Икенсе тапҡыр Башҡортостан урмандарының ҡайһы бер өлөштәре 1973-1974 йылдарҙан алып 1978 йылдарға тиклем парһыҙ ебәк күбәләге һөжүменә дусар булған, ул юлы ла имәнлектәр ҙур зыян күргән.

Умартасылар ҡорға йыйылдыУмартасылар ҡорға йыйылды
Умартасылар ҡорға йыйылды

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Кутлиматов ҡорттарҙың йылдан-йыл аҙая барыуына үкенес белдерҙе һәм күңелһеҙ статистика килтерҙе: Рәсәйҙә ике меңенсе йылдарҙа 4 миллионлап күс булһа, хәҙер улар һаны 3 миллион - 3 миллион 100 мең самаһы ғына. Агрохимикаттарҙы, пестицидтарҙы, һәр төрлө химик ашламаларҙы контролһеҙ ҡулланыу насар эҙемтәләргә килтерә. Аграрийҙар ерҙе эшкәртер алдынан бер нисә көн элек үк мотлаҡ урындағы ҡортсоларҙы иҫкәртергә тейеш, тине ул.

Ҡортсолар ҡоронда хаҡында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең 15 -се һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас