Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
3 Апрель 2022, 05:34

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса хаҡтар күтәрелә

2022 йыллың икенсе яртыһынан коммуналь-торлаҡ хужалыҡ тарифтары буйынса күберәк түләргә тура киләсәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса хаҡтар күтәреләТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса хаҡтар күтәрелә
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса хаҡтар күтәрелә

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса Дәүләт комитетында республика халҡына 2022 йылдың икенсе яртыһынан коммуналь тарифтар буйынса күберәк түләргә тура киләсәк тип хәбәр иттеләр.

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужплыҡ тарифтары уртаса алғанда 4,4% артасаҡ.

Электроэнергия 5,1%-ҡа артасаҡ.

Һыу менән тәьмин итеү -4,4%, һыу бүлеү – на 3,4%.

Торлаҡты йылытыу буйынса түләү 3,7% артасаҡ.

Газ хаҡы 3% күтәреләсәк.

Автор:
Читайте нас