Мораҙым
+28 °С
Облачно
Новости
3 Апреля 2022, 05:40

Түңәрәк донъям

Әле ултыра торғас, башыма хәтәр шәп кенә бер хәйлә килеп төштө:  - Ишеттеңме әле, еңгә кейәүгә сыға икән! - Төпкө соланда төшкөлөк ашап ултырған ағайыма ҡысҡырам. Минең хәбәрҙән ҡойо янында кер сайҡап торған әсәй лып итеп ултыра төшә. Ағайҙың иһә был яңылыҡҡа әллә ни иҫе китмәй: - Юҡты һөйләмә, бумала! Ундай һүҙ инде әллә ҡасан, еңгәңде һоратҡансы уҡ ишетелер ине. Ауылда хәбәрҙең нисек тиҙ йөрөгәнен күрһәтәйемме үҙеңә? - Ул мине көслө ҡулдары менән эләктереп ала ла, самолет кеүек осортоп алып барып, кәртәгә элеп китә.

Түңәрәк донъямТүңәрәк донъям
Түңәрәк донъям

 

Әле ултыра торғас, башыма хәтәр шәп кенә бер хәйлә килеп төштө: 

- Ишеттеңме әле, еңгә кейәүгә сыға икән! - Төпкө соланда төшкөлөк ашап ултырған ағайыма ҡысҡырам. Минең хәбәрҙән ҡойо янында кер сайҡап торған әсәй лып итеп ултыра төшә. Ағайҙың иһә был яңылыҡҡа әллә ни иҫе китмәй:

- Юҡты һөйләмә, бумала! Ундай һүҙ инде әллә ҡасан, еңгәңде һоратҡансы уҡ ишетелер ине. Ауылда хәбәрҙең нисек тиҙ йөрөгәнен күрһәтәйемме үҙеңә? - Ул мине көслө ҡулдары менән эләктереп ала ла, самолет кеүек осортоп алып барып, кәртәгә элеп китә.

Был хәлдән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, минең башыма икенсе бер хәйлә килә. Быныһына ла ышанмаһа инде теге тиҫкәре, тип уйлайым, еңгәмде мәңге ҡайтарып аласағыбыҙ юҡ! Урамдан сабып ҡайтып, тракторын соҡоп ултырған ағайымдың ҡаршыһына барып баҫам: 

- Ә еңгәмдең бәпәйе була! Ул, ҡулындағы асҡыстарын ергә һибеп ебәреп, тороп баҫа:

- Кем әйтте?

Эштең хутҡа киткәнен самалаған мин, танауымды тағы ла сөйә бирәм:

- Зифа әйтте.

Минең класташым ул, еңгәмә күрше генә йәшәй, ни эшләптер башыма ҡапыл шуның исеме килдесе, тоттом да шуны әйттем. Алдашыуҙың алама нәмә икәнен белһәм дә, еңгәһеҙ донъябыҙҙың ҡотһоҙлоғо үҙәгемә үткәнгә күрә, үҙемде тыймайым: 

- Зифа әйтте. Һәҙер ҡалайтаң инде? Ә?

Үҙем ҡарашын йыраҡҡа төбәп ҡатып ҡалған ағайымдан, еңгәңде алып ҡайтам инде, тигән һүҙ көтәм. Ул мазутлы ҡулдары менән ап-аҡ күлдәк еңемдән эләктереп ала:

- Ысын хәбәрме икән ул?

Уның был һорауы мине ысынбарлыҡҡа ҡайтара.

- Ысынмы икән, тим, бумала?!

Алйот! Бисура!Ағайымдың ҡулынан ысҡынып урамға сығып сабам. Ҡайҙа сапҡанымды ла белмәйем. Үҙем йүгерәм, үҙем илайым. Әй, Хоҙай бабай, ярҙам итә алһаң, ит әле, тип сабып барған ыңғайҙа, башымды күтәреп күккә ҡарап алам. Шулай йүгерә торғас, бер ҡарарға киләм. Еңгәмә барырға ла, был хәлде аңлатып бирергә, унан ғәфү үтенергә һәм бөгөн өйгә ҡайтмаҫҡа, Зифаларҙа ҡунырға. Һуңынан күҙ күрер...

Башымда ҡайнашҡан уйҙарымды тәртипкә килтерергә тырышып, әйтер һүҙҙәремде эстән ҡат-ҡат ҡабатлап, еңгәмдәр яғына ыңғайлағайным ғына, үҙҙәренең ҡапҡаһынан Зифа килеп сыҡты: 

- Нишәп йөрөйөң ул? - Минән ҡурҡып, тертләп китте үҙе.

- Еңгәмә килдем.

- Өйҙә юҡ ул. Инеп йөрөмәһәң дә була. Балнисҡа китте.

- Балнисҡа?

- Ыһы. - Әхирәтем ҡулында тотоп торған алмаһын мул итеп тешләп ала. - Еңгәңдең бәпәйе була вит. Шуны ла белмәй әллә мынау?

Ишеткәнем мине тамам шаңғыта:

- Бәп...пә..йе? Кем әйтте ул? Ҡасан?

- Әсәй әйтте. - Минең шаҡ ҡатып тороуыма иҫе лә китмәй Зифаның, һаман алма кимереүен белә.

- Ыс...сын...мы ул, Зифа?! – Ҡысҡырып ебәрәм дә, беҙҙең серҙе башҡалар ишетеп ҡалмаһын тип, бышылдауға күсәм:

- Ысын бәпәйе буламы?

- Һы...алдаҡ түгел инде. Әсәй әйткәс.

Йәһәт кенә башымды һелкеп, класташым менән килешә һалам. Зифаның әсәһе ауылда фильшер бит, ҡалайтып алдап торһон?!

- Зиф... Зиф-фа, рәхмәәәәт! - Илай-көлә ҡайтыр яҡҡа тороп сабам. Класташым артымдан нимәлер тип ҡысҡырып ҡала, мин уны ишетмәйем дә, дөрөҫөрәге, ишетергә теләмәйем дә. Был минутта минең өсөн әхирәтем әйткән хәбәрҙән дә мөһим нәмәнең булыуы мөмкин дә түгел!Беҙҙең бәпәйебеҙ була! Ур-ра! Ишетәһегеҙме, бә-пә-йе-беҙ!

Йүгереп ишек алдына килеп инһәм, ағайым, тиреп һалған тракторын ташлап, утынлыҡта ағас йышып булыша, унан арыраҡ атай тирләп-бешеп бау ишә, ә әсәйем зыҡ ҡубып күтәрмә йыуып йөрөй. 

- Ысын булған икән ул! - Тамам хәлһеҙ булып, һыуы кибеп тә өлгөрмәгән тупһаға килеп ауам.

- Һай, бисура! Кәнишне ысын. Ана лаһа, атайыңдар бишек яһай. - Әсәй йырылған ауыҙын йыйып ала алмай.- Бөгөн кискә ағаң еңгәңде апҡайта бит.

- Бар, сәсеңде йый, албаҫты! – Ағайымдың үҙемә әйткән һүҙенә йәнем көйһә лә, өндәшмәйем. Шатлығым эсемә һыймай, бар донъяны ҡосоп алырҙай булып ултырам үҙем. Бер кемгә асыуым да, үпкәм дә ҡалмаған.

- Оҙаҡламай беҙҙең китек донъябыҙ бөтәйә инде, ивет, әсәй? Еңгәм ҡайтҡас.

Теге саҡ әсәйем әйткәйне ул, киленем ҡайтып киткәс, түп-түңәрәк кенә донъямдың сите кителде лә төштө, тип. Дөрөҫ икән шул. 

...Әле түрҙәге урындыҡҡа ятып алғанмын да, өрлөктә элеүле сәңгелдәктән күҙемде алмайым. Бәпәй йоҡлай унда. Һеңлем. Шуны уятып ҡуйыуҙан ҡурҡып, бышылдап ҡына янымда сигеү сигеп ултырған еңгәмә өндәшәм: 

- Беҙҙең донъябыҙ башҡа бер ҡасан да кителмәһен, яраймы, еңгә?

Ул “ярай” тигәнде аңлатып баш ҡаға. Һиҙеп торам, рәхәт уға. Миңә лә рәхәт бит. Түп-түңәрәк, еңгәйле донъямда....
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас