Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
3 Апрель 2022, 08:06

Башҡорт ҡыҙы Людмила

Хөрмәтле Верясова Людмила Сәит ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән тәбрик итеп, уға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған көндәр, еңелдән булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Башҡорт ҡыҙы ЛюдмилаБашҡорт ҡыҙы Людмила
Башҡорт ҡыҙы Людмила

Беҙ, төрлө төбәктәрҙә милли мәктәп тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр, 1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына имтихандарҙы уңышлытапшырып, студент булып киттек. Шаяндарбыҙ, шуҡтарбыҙ, йәшлек дәрте бөркөлөп тора. Төрлө диалектта һөйләшәбеҙ, шулай ҙа беҙҙе берләштерер нәмәләр етерлек - бөтәбеҙ ҙә ауыл балалары, колхоз, совхоз, урман  хужалығы эшселәре ғаиләләрендә тәрбиә алғанбыҙ, юғары белем алыу теләге менән вузға ингәнбеҙ, дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ.

Беҙҙең арала ап-аҡ йөҙлө, һары сәсле, ҙур йәшел күҙле  ҡыҙ айырылып торҙо. Исеме лә беҙҙеңсә түгел - Людмила. Фамилияһы Ҡадирова булғас, үҙе башҡортса шартлатып һөйләшеп торғас, тиҙ арала танышып, аралашып киттек.

Тормош юлдары бик ҡатмарлы бит ул. Людмиланың ата-әсәһе икеһе ике милләт кешеһе, башҡорт егете Ҡадыров Сәит Ханнан улы менән поляк ҡыҙы Стремедловская Мария Иосифовна алыҫ Коми АССР-ы Сыктывкар ҡалаһындаосрашып, ғаилә ҡоралар. Людмилабыҙ 1967 йылдың 2 апрелендә донъяға килә. Аҙаҡ ғаилә бер аҙ Ҡаҙағстан яҡтарында йәшәп ала.  Егеттең тыуған яғы - Башҡортостаныбыҙҙың йәмле төбәктәренең береһе булған Ишембай районы Маҡар ауылына килеп төпләнгәндә, бәләкәй Людмила мәктәпйәшенә етмәгән була әле. Отҡор ҡыҙ тиҙ арала башҡортса һөйләшергә өйрәнә һәм мәктәпкә барғас, тырышып уҡып китә. Кешеләргә яғымлы, ярҙамсыл, уңған ҡыҙҙы мәктәптә бөтәһе лә ярата, үҙ итә. Отҡор ҡыҙ яҡшы уҡый, өлгөлө тәртибе менән айырылып тора. Уның ойоштороу һәләтен уҡытыусылар ҙа күрә, класта өлгәш буйынса яуаплы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөтә ергә етеҙ ҡыҙ 10-сы класта егеттәр менән бер рәттән машина йөрөтөргә уҡып, таныҡлыҡ ала. Ул ваҡыттарҙа ҡатын-ҡыҙ руль артына бик ултырмай ине әле. Ә Людмилабыҙ  был һөнәрҙең киләсәктә бик кәрәк буласағын алдан тойған - бөгөн ул “тимер атын” йүгәнләп, ҡайҙа кәрәк, шунда сығып китә.

Мәктәп йылдары күҙ асып йомғансы үтеп тә китә. Ҡулынан әҙәби китап төшмәгән ҡыҙ ике уйлап та тормай, бергә уҡыған әхирәт ҡыҙҙары менән институтҡа уҡырға инеп тә китә. Уҡыу еңел бирелә уға.

Уҡырға инеүе бер, ә бына ҡыҙ үҙен бер ҙәуҡытыусы итеп күрмәй. Нимә эшләргә? Уҡып бөтөргә лә күп ҡалмаған. Институт тамамлағас ҡайҙа барыр икән? Уҡытыусы һөнәре алғас, мәктәптә эшләргә тейеш була бит. Ә ул бит хайуандар ярата, хыялы - төрлө ҡош-ҡорт, мал-тыуар үрсетеү! Һәм ул барыһын да аптыратып ауылға ҡайтырға ҡара итә. Өсөнсә курсты тамамлағас, документтарын ала, алда ни көтөрөн бик аныҡ ҡына күҙаллай алмаһа ла, хыялына ҡаршы атлай. Был аҙымына ҡыҙ үкенмәй, сәмле, тырыш булыуы уға һәр саҡ ярҙам итә. Бөгөнгө уныңтормошона ҡарап, ысынлап та, Людмиланың алдан тойомлау һәләте барлығына инанаһың.

Дуҫлашып йөрөгән Күгәрсен районы Ҡаран ауылы егете Павел Верясовҡа кейәүгә сыҡҡас, бына тигән итеп йәшәп алып китәләр. Бер ҡалаҡтан тормош башлап ебәргән йәштәр тора-бара бөтә уңайлыҡтары булған матур йорт һалып инә. Затлы сауналарға биргеһеҙ итеп мунса төҙөй. Уларҙың мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотҡан һарайҙары ла ныҡ уйланып эшләнеүе менән хайран ҡалдыра. Людмиланың күп уҡыуы, яңылыҡтарҙы, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеп, уларҙы үҙ эштәренә ҡулайлаштыра белеүе уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.  Тормош иптәшенә һәр эштә ныҡлы терәк, ярҙамсы, кәңәшсе булып тора ул. Павел крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрергә уйлағас, Людмила уның теләген ихлас күңелдән хуплай. Үҙе төрлө төбәктәрҙә йәшәгән фермерҙар тәжрибәһен өйрәнә, эҙмә-эҙлекле эш алып барыу планын төҙөй. Эште күпләп һыйыр малы үрсетеүҙән башлайҙар. Һөтөндәүләткә тапшырып, ярайһы килем алыуға өлгәшәләр. Шунан Людмила тағы бер планын тормошҡа ашыра - тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың шәхси хужалыҡтарынан һөт йыйып, дәүләткә тапшыра башлайҙар. Һөт йыйыу миҙгеле асылыу менән Людмиланың эш көнө иртәнге дүрттә башлана. Бер ҡасан да зарланмай ул, сөнки үҙе хыял иткәнсә йәшәй һәм эшләй. Верясовтарҙың балалары ла ҡул араһына инеп, ата-әсәһенә ярҙам итеп, хеҙмәт тәрбиәһен алып үҫә. Әлеге мәлдә ҡыҙҙары Лена менән кейәүҙәре Петр Ковалецтар Мәләүез ҡалаһында шәхси йортта йәшәйҙәр, хужалыҡтарында тоҡомло малүрсетәләр. Улдары Иван - ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы, таянысы.

Бер-береһенә терәк, кәрәк булып, ҡорған донъяларын йылдан-йыл матурлап, нығытып, тормоштан йәм, тәм табыпйәшәй белә Верясовтар. Изге күңеллеләр, алсаҡтар, уларҙың нурлы йортона, мәрхәмәтле йөрәгенә һәр кем һыя,мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итергә атлығып ҡына торалар. Павелдың әсәһен дә үҙенекеләй яҡын күреп, хөрмәт итеп тора Людмилабыҙ.

Людабыҙҙың бала саҡ хыялдары тормошҡа ашты. Донъяһы гөрләп тора. Ишек алды тулы техника. Ҡапҡанан килеп инеү менән төрлө сағыу гөл-сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Өйҙәре лә төрлө матур гөлдәргә күмелеп ултыра. Ә быны булдырыр өсөн күпме төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәрергә, тырышып эшләргә кәрәк бит! Әҙәбиәт һөйөүе лә уны ташламаған, ауыр эш көнөнән һуң китаптар уҡырға ваҡыт таба. Бер башлаған китабын уҡып сығыу өсөн йоҡламай үткәргән төндәре лә бихисап уның.

Людмилабыҙҙың тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө  бар - ул экзотик ҡош-ҡорт, хайуандар тоторға ярата. 10 йылдан ашыу уларҙың ихатаһында африка страустарыйәшәне, унан һуң австралия страустарыаҫранылар. Беҙҙең яҡ өсөн хас булмаған  страустарҙы күрергә ҡыҙығып килгән кешеләрҙе асыҡ йөҙө, тәмле ризыҡтары менән ҡаршы алып, оҙатып ҡала ул. Уларҙың хужалығында сенбернар тоҡомло ҙур этте лә, мейн-кун менән ориентал тоҡомло бесәйҙәрҙе лә,  һалпыу ҡорһаҡ вьетнам сусҡаларын да күрергә була.

Бына шулай, Людмила менән Павел Верясовтар был донъянын ҡәҙерен белеп, яратҡан шөғөлдәренән йәм табып,тырышып донъя көтәләр. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тормош юлынан бергә атлайҙар. Улар 4 ҡыҙ, 1 малайға олатай-өләсәй ҙә инде. Ҡасандыр институттағыуҡыуын ҡалдырып,  хыялына ҡаршы атларға йөрьәт иткән Людмилабыҙ бөгөн - һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй, уңған килен, заман менән бергә атлаусы тырыш эшҡыуар.

Ауыл ерендә һәр кемдең тормошо башҡаларҙың күҙ алдында. Людмила  алсаҡ, ярҙамсыл, ғәҙел холҡо менән күптән инде ауылдаштарының ихтирамын яулаған, уны олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итеп тора. Ауыл советы биләмәһендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай ул, ҡулынан килгәнсә матди ярҙам да күрһәтә.

Бергә институт тамамларға насип булмаһа ла, Людмилабыҙ беҙҙең менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәне. Бөгөн дә уның менән осрашыуҙарҙы көтөп алабыҙ, уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Хөрмәтле Верясова Людмила Сәит ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән тәбрик итеп, уға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған көндәр, еңелдән булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең -
бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!

1984-1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыған аһәм “б” рус-башҡорт төркөмдәренең элекке студенттары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас