

Бөгөн уларҙы Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Денис Айытҡолов һәм эштәргә идара итеүсе Эльвира Кинйәбулатова ҡотланы. Денис Сулпан улы шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе, бүләген тапшырҙы.
Мораҡ ауылында ғүмер кисергән Рәмзиә апай менән Дәүләтбай ағай матур хеҙмәт юлы үткән. Башҡорт Һатлығы ауылында тыуып үҫкән ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәмзиә апай - Сапыҡ ауылы ҡыҙы, Ҡаҙағстандың Чимкент ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағандан һуң үҙенең тыуған еренә эшкә ҡайта. 1971 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһы регистратураһында эш башлай. 1983 йылдан 2009 йылға тиклем иһә күҙ табибы (офтальмология) кабинетында шәфҡәт туташы булып тир түгә.
Күркәм пар өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Оло үкенескә ҡаршы, уларға бала ҡайғыһы ла күрергә яҙған – бер улдары вафат булған. Иңдәренә төшкән ҡайғыны оло сабырлыҡ менән үткәргән пар бөгөн ун ейән-ейәнсәренә ҡарап, һөйөнөп йәшәй.
Улар хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
- Тормош көтөү анһат түгел, хәҙерге йәштәргә һүҙебеҙ шул: бер-береһенә ихтирам менән ҡарап, ҡәҙерләп йәшәһендәр, ата-әсәләренә терәк булһындар, - ти улар.