Мораҙым
+28 °С
Облачно
Новости
1 Апреля 2022, 03:29

Апрель айына һынамыштар

*Апрелдә йылғаларҙа боҙ  шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр. Был көндә һалҡын тормаһа, ҡоштар парлашһа, йәй йылы килер. *Ҡайын һыуы күп булһа, тимәк, йәй ямғырлы килә. *Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро клер, болотло булһа – ашлыҡ уңыр. *Апрель артыҡ йылы булһа – май һалҡын, елле-ямғырлы булыр. *Апрель баштарында торна тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор.

Апрель айына һынамыштарАпрель айына һынамыштар
Апрель айына һынамыштар

*12 апрелдә күк күкрәүе ишетелһә  -йылы йәйгә.

*15 апрелдә йылғалар ярҙарынан сыҡһа, үлән шәп булыр.

*21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй.

*Торна иртә килһә, яҙ оҙаҡ тормаҫ, тиҙ йылытыр.

*Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.

*Ҡоштар яҙын иртә килһә, йәйен ҡоролоҡ көт.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас