

Ауыл осондағы тау һыртында таныш һын күренеү менән, тиҙлекте шәбәйтә биреп, шул яҡҡа тороп сабам. Йән көскә йүгерәм, табандарым ергә тейгәндә тейә, теймәгәндә юҡ. Көтөү алдынан эркелеп килгән ваҡ мал, минән өркөп, тирә-яҡҡа һибелә.
- Аб-бау! Бисура! Был сәстәреңде ней тип ялпылдатып йөрөйөң ул?- Малдарын ҡыуаларға ла онотоп, миңә тексәйгән еңгәмдең аптыраулы һорауына иренемдәремде үпкәләүле бүлтәйтеп, әйтеп һалам:
- Һин булмағасың! Шуға бисурамын!
Уның күҙҙәрен ҡыҫыңҡырай биреп, йылмайып ҡарап тороуынан үпкәмде онотоп, ике ҡулынан эләктереп алам да, үҙен өйөрөлтөп-сөйрөлтөргә тотонам:
- Һа-ғын-дыым!
Баштарыбыҙ әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғылана башлағас, гөрһөлдәшеп барып бейек үлән араһына ауабыҙ. Бер-беребеҙгә һүҙ ҡатырлыҡ ҡына ла хәл юҡ.
- Ҡасан ҡайттың? Ятҡан еренән ҡалҡынып, еңгәм миңә тексәйә.
- Яңыраҡ ҡына. Сумкамды ырғыттым да, бында остом.
- Алай икән...
- Ҡайтып инһәм, әсәйем еңгәң ҡайтып китте бит ул, тейсе. Аптыраным! - Сәсәй-сәсәй, еңгәмә тағы әллә ниҙәр һөйләп бөтәм, ә ул бер нөктәгә текләгән дә, шунан айырыла алмай ултыра бирә.
Өләстә ҡунаҡта саҡта ниҙәр күргәнемде, ниҙәр ашап, ниҙәр эскәнемде, унда рәхәт булһа ла, өйҙәгеләрҙе, бигерәк тә еңгәмде үлеп һағынғанымды һөйләйем. Бүтән ваҡытта үҙе лә йөҙ төрлө һорау бирә, әле тегеһен, әле быныһын һораштыра торғайны. Әле иһә ауыҙынан бер һүҙ сыҡмайсы?
Бына ул яйлап ҡына тороп баҫа. Мин еңгәмдең бындай өндәшмәҫ, уйсан сағын тәүгә күргәнгәме, йөҙөнән күҙемде алмайым.
- Әллә сирләп ҡайттыңмы? - Ул эйелеп, һыуыҡ усын маңлайыма терәй. - Янаһың бит. Сирләйһең, буғай.
Быға тиклем дә минең кәйеф юҡлығын йә сирләп-сырхап тороуымды башҡалар түгел, иң беренсе ул һиҙеп ҡала торғайны шул. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уйҙарымды үткән заман менән бәйләп ултырыуымдан ҡапыл һиҫкәнеп китәм.
- Сирләмәйемсе. Ҡайғырам бит.
- Бәәәс! Нимәгә?
- Һин ҡайтып киткәнгә! - Был һүҙҙе үҙемдең йәнем әсегәнен, әлеге мәлдә көс етмәҫ ауыр хәсрәтем барлығын аңлатырға тырышып, ҡысҡырып, хатта екереберәк әйтәм.
- Ай әттәгенәһе, һыйырым шырлыҡҡа инеп китеп бара бит! - Ултырған еренән ул юлдан ситкә тартҡан малдары артынан тороп йүгерә.
- Китһен дә! Ул һинең һыйырың да түгел әле! Белдиш!
Тағы әллә ниҙәр әйтмәксе булам да, тыйылып ҡалам. Эсем тирәһендә ниндәйҙер ауыртыу барлыҡҡа килә. Миңә әлеге ун бер йыл ғүмерем эсендә бер ҡасан да былай ҡыйын булғаны юҡ ине. Бығаса бер ваҡытта ла мин ысынтылап тороп ошолай ҡайғырманым һәм берәүҙе лә былай үлеп һағынманым. Атайлы-әсәйле, ағайлы-еңгәйле донъямда иркәләнеп кенә йәшәп яттым. Әле иһә өҙгөләнә-һыҙлана, күңелемдән генә, ана шул рәхәт донъямда үткән бәхетле миҙгелдәремде барлайым. Улар башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмаҫ кеүек. Ошо хәсрәтемде аңлауҙан, эсемде өтөп алып барған һағышҡа, башыма төшкән оло ҡайғыма сыҙамауҙан сеңләп илап ебәрәм. “Еңгәһеҙ ҡалай йәшәп булһын? Хәҙер кем минең сәстәремде үрһен дә, дәрестәремде ҡарашһын?”.
Ошоларҙы уйлап торған ерҙән, быларҙан да мөһимерәк нәмә барлығы иҫемә төшөп, тамам шаңғыйым. “Оҡшатып йөрөгән егетем тураһында кем менән серләшәм һуң мин хәҙер?”
Һеңгәҙәп торған ерҙән, үҙемдә бығаса булмаған көс табып, еңгәм артынан тороп сабам.
- Ташланыңмы ни ағайымды? - Елдереп килгән ыңғайҙан, уға барып етер-етмәҫтән, күңелемде өйкәгән һорауымды бирәм. - Еңгә, әйт! Сәпсимгә ташланыңмы һин аны? -Төпсөнә торғас, тауышым башыма ҡабып китә. - Еңгә, бөтөнләйгәме ул?!
Һин дә мин һыйыр ҡыуып барған еренән, еңгәм эсен тотоп, аҫҡа сүгәләй. Мин, күҙ йәштәремде һөртә-һөртә, уны әйләнеп сабам:
- Ярай, булды, әйткең килмәһә, әйтмә лә ҡуй! Оноттоҡ. Бүтән төпсөнмәм!
Ул ашҡаҙанмы, эс тирәһенме бер аҙ ыуалап ултыра ла, тороп баҫа. Өҫтөн ҡағып, башындағы яулығын рәтләштергәс, туп-тура ҡарап атлап китә:
- Эйе, бөтөнләйгә!
Бынан һуң байтаҡ араны һөйләшмәй генә уҙабыҙ. Үҙемде саҡ тыйып барам. Ҡулынан етәкләп алғым килә. Элеккесә. Бығаса икәү гел етәкләшеп йөрөй торғайныҡ бит. Ә хәҙер ярамай. Еңгә лә еңгә тип тәтелдәп торһам да, инде уның үҙемә еңгә түгеллеген аңлап ҡалам. Ә кем һуң ул миңә хәҙер? Апаймы? Кит, алйот, бер еңгә булған кеше ҡалайтып апайға әйләнһен, тип эстән генә үҙемде һүгергә керешәм.
Башымда ҡайнаған мең төрлө һорауҙан арынырға теләп, аралағы тынлыҡты боҙам:
- Әсәй әйткәс, аптыранымсы...
Еңгәм ҡайырылып миңә ҡарап ала ла, бер ни ишетмәгәндәй атлап бара бирә.
- Тәүҙә ышанманым әле ул. Әсәй ҙә аптырай. Йоҡлағанда ла етәкләшеп йоҡлайҙар ине бит. Шулар айырылышһын инде, ти!
Еңгәм әлеге лә баяғы ололарса итеп әйтеп ҡуйған һүҙемә аптырай, буғай. Минең шулай ҡарттарса итеп һөйләп ҡуйған хәбәремдән гел көлә торғайны ул. Тыумаҫ борон уҡ ҡартайғанһың да ҡуйғанһың, бикәс, тиер ине. Әле иһә көлмәй ҙә, өндәшмәй ҙә.
- Ағайымды әйтәм, нисек итеп һине ҡайтарып ебәреп ултырҙы ул? Ыслабак! - Аҙаҡҡы әйткән һүҙемдән әллә ниндәй аңлайышһыҙ тойғолар кисерәм. Ҡапыл ғына, ағайымды бөтөнләй яратмайым кеүек булып китә. Уны тағы ла насарыраҡ һүҙҙәр менән әрләгем, үс алғым килә башлай. Бығаса минең бер ҡасан да ағайыма былай асыуланғаным, үпкәләгәнем юҡ ине, әле иһә асыуым эсемде тишеп сығып килә.
Урам буйлап килеп, еңгәләрҙең өйө тәңгәленә еткәс, мин үсегеп арттараҡ тороп ҡалам. Ул йүгереп барып ҡапҡаһын асып ебәрә лә, миңә өндәшә:
- Инмәйһеңме ни беҙгә? Әйҙә, ин. Сәй эсәйек.
Уның үлән ҡушып тәмле итеп яһалған сәйен үлеп һағынһам да, ғорурлығым еңеп сыға:
- Йоҡ! Эсмәйем!
- Нишләп? - Уның йөҙөндә йылмайыу ишараты күреп йәнем көйә башлай.
- Патамушты ул сәй һинеке түгел! Ул өй ҙә һинеке түгел! Ҡапҡа ла, мынау рәшәткәләр ҙә! Һинекеләр, ана, тегендә! - Ҡулымды үҙебеҙҙең яҡҡа болғап күрһәтәм дә, күҙ йәштәремә быуылып, өйгә табан тороп сабам.
- Бикәс!
- Бикәс тә түгел мин һиңә! Ап-ты-рат-ма-а-а!
Өйгә ҡайтҡас, буҙлап ятып йоҡлап киткәнмен. Иртән торғас та, иң беренсе эшем ҡапҡа тышына сығып урамды байҡап инеү булды. Еңгәм ҡайтып килмәйме, йәнәһе. Күренмәгәс, урамдағы ҡойонан һыу ташый башланым. Юрый иң елле күнәктәрҙе һөйрәп сыҡтым, бығаса уларҙы еңгәм күтәртмәй ине, ҡыҙ кешегә ауыр күтәрергә ярамай, тип тыйып ҡына торҙо. Хәҙер еңгәм булмағас, тыйыусы, әйтеүсе кеше юҡ. Әсәй күптән йылға буйында бәпкә көтә. Күтәргеһеҙ биҙрәләрҙе көскә һөйрәп барам, ике күҙем еңгәмдәрҙең өйө менән үҙебеҙҙеке араһында йүгерә. Күрһен әйҙә! Күрһен дә йәлләһен. Бәлки, ҡайтыр.
Ҡояш арҡа үҙәген өткәнсе ҡойо буйында йөрөй торғас, ағайымды ысынлап та ташлаған инде ул тигән күңелһеҙ һығымтаға киләм...
Ошо көндән алып минең иң ҡыйын, күҙ йәштәренән һәм үсегеүҙәрҙән торған тормошом башлана. Еңгәйһеҙ тормошом. Ул булғанда, үҙемдең иң бәхетле кеше булып, ни ҡәҙәр рәхәт һәм күңелле йәшәгәнлегемде аңлайым. Хәҙер күп эш минең елкәгә төшә. Бығаса уларҙың барлығын да белмәгәнмен бит! Хәҙер иһә иртәнән-кискәсә әсәй әле бер, әле икенсе йомош ҡушып ҡына тора. Йонсоп бөтәм. Эшләге килмәгән саҡтарҙа оторо тиҫкәреләнеп китәм:
- Эшләмәйем, тим! Ул бит еңгәмдең эше! Үҙе эшләһен…
- Ҡарышма! Ул ҡайтып китте бит! - Әсәй бындай саҡтарҙа ныҡлап әрләргә керешә.
- Ҡайтарып ебәргәсең!
- Бәрәмәс! Мин ҡайтарғандыр! Үҙе киткән бит.
- Үҙем өйҙә булһам... ебәрмәй инем мин аны! - Шулай тиҫкәреләшә торғас, илар сиккә етеп туҡтайым. - Йөрөйөм мына һәҙер бисура булып! Һинең мәңге ваҡытың юҡ минең сәсте үрергә, ә еңгәм үрә ине! - Былай ҙа туҙған сәстәремде тағы ла нығыраҡ елпеп ебәрәм.
Хәҙер күлдәгем бысранһа ла (ҡайһы саҡ уны юрый бысратып ҡайтам), тубығым йыртылһа ла, ойоғомдоң күҙе китһә лә, еңгәм юҡлыҡҡа һылтап тик ултырам. Нисек тә уны ҡайтарып алғым килә.
Икенсе көндө лә көнө буйы һыу ташыным. Өйҙәге бар буш һауыт һыу менән тулды. Мунсалағы ҡаҙандарға, баҡсалағы феләктәргә, мискәләргә ташыным, себеш-бәпкәләрҙекен яңырттым, хатта күптән тотонолмай һарай артында аунап ятҡан тутыҡ улаҡтарҙы һөйрәп сығарып тултырып ултырттым. Тамам хәлдән тайып туҡтаным, ә еңгәм барыбер мине күрмәне. Бойоғоп йөрөүемде оҡшатмай, әсәй әйләнгән һайын мине урамға, әхирәттәрем янына ҡыуалай:
- Бошоноп йөрөмә, бар, исмаһам, уйнап кил. Яҙылырһың!
Бығаса әсәйҙең рөхсәтен алыу өсөн ниҙәр генә эшләмәй инем, әле иһә урынымдан ҡуҙғалмай ултыра бирәм. Уйнағым килмәүҙән түгел, мине урамға әйҙәләп килгән әхирәттәремә еңгәмдең беҙҙе ташлап китеүен белдергем килмәй. Уларҙың береһен дә өйгә индермәйем, йә еңгәм иҙән йыуа, йә ул өй аҡлай, инергә ярамай, тип ишеккә арҡылы баҫам. Ниндәй ҙә булһа сәбәп табып, тегеләрҙе тупһанан ары атлатмайым. Белмәһендәр әле! Бығаса гел, һиңә рәхәт, еңгәң буғас, матур алҡалар апҡайта, күлдәктәр тегә, бейәләйҙәр бәйләп кейҙерә, тип ҡыҙыға торғайнылар. Көнләшәләр ине...
Беҙҙең өйҙәге бөтә нәмә еңгәмде хәтерләтә икән. Бынау тупһаға ултырып уның менән икәүләп еләк таҙарта, ҡомалаҡ һыҙыра торғайныҡ. Ҡаҡҡа тигән алманы ла ошонда иҙҙек. Үҙебеҙ эш эшләйбеҙ, үҙебеҙ серләшәбеҙ. Мин уға урамдағы ҡыҙыҡтарҙы һөйләйем, ул үҙенекеләрҙе иҫенә төшөрә лә, рәхәтләнеп көләбеҙ. Әсәй килеп сығыу менән шып туҡтайбыҙ ҙа, йәнә эшкә керешәбеҙ. Рәшәткә аша муйындарҙы һуҙып ҡарап, ағайҙы эштән көтәбеҙ. Ауыл осонда трактор күренеү менән еңгәм йүгереп өйгә инеп китә, баҡырса аҫтына ут төртә, аш йылыта. Һуңынан ағай өҫтәл башында шыбыр тиргә батып сәй һемерә, еңгәм таҫтамалын тотоп, уның янында баҫып тора, сәйенә тире таммаһын өсөн йыш-йыш уның маңлайын ҡоротоп ала.
Мин шул икәүгә ҡарап, үҙемсә хыялдар ҡорам. Йәнәһе лә, теге оҡшатып йөрөгән егетемә кейәүгә сығам да, беҙ ҙә ошо икәү кеүек йәшәйәсәкбеҙ...
Лена Хәйруллина.
(Дауамы бар).