Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Март 2022, 09:14

Сәлихов Өпөлхаҡ Ғабдулхаҡ улына ҡотлау

Сәлих ауылында йәшәүсе яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡартайыбыҙ, ҡайным Сәлихов Өпөлхаҡ Ғабдулхаҡ улына 25 мартта 85 йәш тула. Һөйөклө кешебеҙҙе олпат ғүмер байрамы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Сәлихов Өпөлхаҡ Ғабдулхаҡ улына ҡотлауСәлихов Өпөлхаҡ Ғабдулхаҡ улына ҡотлау
Сәлихов Өпөлхаҡ Ғабдулхаҡ улына ҡотлау

Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине күркәм юбилейың – 85 йәшең менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Әсәйем менән тигеҙ ғүмер итеп, ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.

 Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
 Бар донъяла иң-иң изге көн!
 Беҙ бәхетле булһын өсөн
 Һин тыуғанһың, атай,  бөгөн!
 Ауырыма һис тә, атаҡайым,
 Көләс булһын һәр саҡ йөҙҙәрең,
 Шатлыҡ ҡына гел уратһын һине,
 Нурҙар һипһен һинең күҙҙәрең!

 Ҡотлау менән ҡатының, балаларың, килен – кейәуҙәрең, ейән- ейәнсәрҙәрең.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас