

Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында БР Хөкүмәте премьер-министры Азат Баҙранов менән БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәҙәниәт һәм сәнғәт эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.
Оҙаҡ йылдар райондың мәҙәниәт бүлеген, матбуғат өлкәһен етәкләгән, хәҙер Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры булып эшләгән Харис Әбдрәхимов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Ишембай мәҙәниәт йорто директоры Ғәзим Ильясов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!