Мораҙым
+9 °С
Ясно
Новости
23 Марта 2022, 04:34

Башҡортостанға яҙ килә!

Башгидрометүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға яҙ килә!Башҡортостанға яҙ килә!
Башҡортостанға яҙ килә!

Ведомство белдереүенсә, алдағы көндәрҙә республикала әкренләп йылыта башлай.

22 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,-9, айырым райондарҙа -14°, көндөҙ -2, +3°.

23 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

24 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

Автор:
Читайте нас