

Кисә “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды.
Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең педагогтар ҙа район данын яҡланы, лайыҡлы сығыш яһаны. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022" конкурсында һынау тотҡан Теләүембәт урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Иҙелбаева Резеда Дамир ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Дипломына һәм махсус призына лайыҡ булды.
Республиканың йәш уҡытыусылары араһында көс һынашҡан З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәүзиә Миңлеәхмәт “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеү яуланы.
Резеда Дамир ҡыҙын, Фәүзиә Миңлеәхмәт ҡыҙын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм яуаплы, изге эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ!