Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Новости
22 Март 2022, 07:25

Герой иҫтәлегенә

Уҙған шәмбе Күгәрсен ауылында хөрмәтле яҡташтары, хәрби летчик, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Миңлеғәли Шайморатов ордендары кавалеры Илдус Миңлебай улы Хәлитов иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙғарылды.

Герой иҫтәлегенәГерой иҫтәлегенә
Герой иҫтәлегенә

Сарала Илдус ағайҙың ҡатыны Әсмә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәлитова, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, отставкалағы майор Фәиз Хәлитов, Күгәрсен ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Хәйбулла улы Аллабирҙин, туғандары, уҡыусы балалар, өлкән йәштәге ауылдаштар ҙа ҡатнашты.

 Байрам ҡунаҡтары Илдус ағайҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. “Ул тыуған ауылы Күгәрсенде, уның татыу һәм ярҙамсыл халҡын шундай яратты, сит ерҙәрҙә йәшәгәндә йәнтөйәген бик һағынды. Беҙҙең ауылда тәртипле, егәрле,тырыш кешеләр йәшәй ти торғайны. Был ысынлап та шулай. Илдусты хөрмәтләп, уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында шундай ҙур эштәр башҡарған, ҡәҙерле кешемдең исемен онотмай уның иҫтәлегенә күркәм сара ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм”, - тип һөйләгән Әсмә апайҙы өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ғорурланып тыңланы.

Герой иҫтәлегенә үткәрелгән сара сәмле һәм күтәренке рух менән барҙы, унда ауыл халҡы ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да ҡатнашыусылар булды.

Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар тапшырылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы йылы сәй менән һыйланылар, өҫтәлдәр ауыл уңғандары әҙерләгән тәм-томдан һығылып торҙо.  

 Бөтәһе лә ярыштан ҙур ҡәнәғәтлек, яңы көс, дәрт алып таралышты. Ошо ҙур байрамды ойоштороусыларға - ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Аллабирҙинға, Рамай Миңлеғоловҡа, мәктәп директоры Эльвира Абдуллинаға “Афарин!”тип әйтергә генә ҡала.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас