Мораҙым
+21 °С
Облачно
Новости
22 Марта 2022, 04:52

Электроникаға бүлеп түләү мөмкинлегенән файҙаланып булмай

Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә электроника магазиндары техниканы бүлеп түләү мөмкинлеге менән һатып алыуҙы ваҡытлыса туҡтатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Электроникаға бүлеп түләү мөмкинлегенән файҙаланып булмайЭлектроникаға бүлеп түләү мөмкинлегенән файҙаланып булмай
Электроникаға бүлеп түләү мөмкинлегенән файҙаланып булмай

Сәбәбе — Үҙәк банктың төп ставканы күтәреүе һәм донъяла килеп тыуған хәлгә бәйле валюталар курсының үҙгәреп тороуы.

«М.Видео», DNS һәм «Эльдорадо» «Башинформ» агентлығына ошо мәғлүмәтте раҫланы. Магазин вәкилдәре әйтеүенсә, 100 процент түләп кенә һатып алырға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта электроника һәм көнкүреш техникаһы селтәрҙәрендә клиенттар өсөн кредит хеҙмәте һаҡлана.

Автор:
Читайте нас