

Республикала “Урал батыр”эпосын инглиз теленән яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы йыл да уҙғарылып килә. Быйыл ул 17-се халыҡ-ара конкурс сиктәрендә уҙғарылды, башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл уҡыусылар баһалама комиссияһы алдында зум аша сығыш яһаны.
Халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын өйрәнеү һәм мәңгеләштереү, башҡорт халҡының данлы үткәненә ихтирам хисе тәрбиәләү, инглиз телен үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолған саранан беҙҙең уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай
Быйыл Мораҡ башҡорт гимназияһынан Гөлсөм Сәйетбатталова менән Наҙгөл Уразбахтина (уҡытыусылары – Гүзәл Исҡужина) үҙҙәрен был мәртәбәле конкурста һынап ҡараны һәм 2-се дәрәжә диплом яуланы! Мәшһүр эпосты үҙ телендә түгел, ә сит телдә тасуири һөйләп, үҙҙәрен республика кимәлендә танытҡан уҡыусыларыбыҙға “Афарин!” тибеҙ, Артабан да яңынан-яңы үрҙәр яуларға, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешергә насип булһын!!