

Кисә “РӘСӘЙ” матбуғат үҙәгендә республиканың агросәнәғәт комплексын яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, “Объективта - сәсеү” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Гәзит биттәрендә, төрлө социаль селтәрҙәрҙә ауыл хужалығы өлкәһе тураһында даими яҙыусы журналистар БР Хөкүмте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡулынан министрлыҡтың Почет грамоталарын, Дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.
Шуныһы маҡтауға лайыҡ, бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегабыҙ ҙа бар! “Кугарчинские вести” гәзите хәбәрсеһе Анатолий Казаков “2019 йылғы сәсеү эштәре тураһында иң яҡшы фото” номинацияһында 3-сө урын алды! Анатолий Сергеевичты беҙ ҙә еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да ана шулай йәштәрсә дәрт, сәм менән бергә-бергә эшләргә насип булһын, тип теләйбеҙ!