Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
16 Март 2022, 10:19

Хәүефле осорға әҙерлек маҡсатында

 Быйылғы ҡыштар мул ҡарлы булды. Тимәк, ҡар иреп һыуҙар, йылғалар  ташҡан  хәүефле осорға ҙур әҙерлек, уяулыҡ талап ителә.  Тап шул хаҡта иҫкәртеү, халыҡ именлеге, милеге өсөн яуаплы хеҙмәттәрҙең был осорға әҙерлеген тикшереү маҡсатында Мораҡ ауылының элекке баҙар урынында техник сараларҙы ҡарау ойошторолдо.

Хәүефле осорға әҙерлек маҡсатындаХәүефле осорға әҙерлек маҡсатында
Хәүефле осорға әҙерлек маҡсатында

 Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин ҡотҡарыусы хеҙмәттәргә яуаплы бурыстар йөкмәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙы уяулыҡ һаҡларға, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта халыҡҡа ярҙамға ашығырға әҙер торорға саҡырҙы. 

 Тәбиғәттең үҙ ҡанундары, яҙҙың нисек килерен әле аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Замандар былай ҙа хәтәр, яҙғы ташҡын мәлдәрендә бәлә-ҡазалар урап үтһен!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас