Мораҙым
+9 °С
Ясно
Новости
14 Марта 2022, 05:05

Пенсия түләүҙә тотҡарлыҡтар булырмы?

Был һорауға финанс министры яуап бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсия түләүҙә тотҡарлыҡтар булырмы?Пенсия түләүҙә тотҡарлыҡтар булырмы?
Пенсия түләүҙә тотҡарлыҡтар булырмы?

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов «Рәсәй 1» телеканалы эфирында пенсия һәм инфляция хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ил властары инфляцияны даими күҙәтеп барасаҡ һәм социаль түләүҙәр тотҡарланыуға юл ҡуймаясаҡ.

«Пенсионерҙар – ил етәкселегенән айырыуса иғтибар көткән кешеләр. Шуға күрә беҙ хаҡтарҙың артыуына бәйле осраҡтарға етди иғтибар бирәсәкбеҙ. Әлбиттә, бындай шарттарҙа хаҡлы ялдағыларҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ», - тине ул.

Финанс министрының һүҙҙәренсә, халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүгә бюджетта аҡса етә. Был йәһәттән Үҙәк банкта күптән саралар күрелә.

Автор:
Читайте нас