

Киләһе ике көндә Башҡортостанда һыуыҡ көндәр һаҡланасаҡ, тип прогноз бирә синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 15 мартта, республикала бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –19...–14 градус тәшкил итәсәк, аяҙығанда – 27 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ йылыраҡ: – 9-ҙан –4 градусҡа тиклем, урыны менән –14 градус буласаҡ.
Шаршамбыла, 16 мартта, һауа торошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы, көнсығыштан еңелсә ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә –19...–14 градус, аяҙығанда 27 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ – 9-ҙан –4 градусҡа тиклем, урыны менән –14 градус буласаҡ.