Мораҙым
+9 °С
Ясно
Новости
11 Марта 2022, 05:34

Көндәр ҡасан йылыта?

Синоптиктар алдағы көндәргә ниндәй һауа торошо вәғәҙә итә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр ҡасан йылыта?Көндәр ҡасан йылыта?
Көндәр ҡасан йылыта?

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә термометр бағанаһы 25-28 градус һыуыҡлыҡты күрһәтәсәк.  

Бөгөн, 11 мартта, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, елдең төньяҡ-көнсығыштан иҫеүе көтөлә. Көндөҙ температура 4-9 градус һыуыҡ булһа, төндә 13-18 градусҡа етеүе күҙаллана. 

Шәмбе, 12 мартта, синоптиктар көндөң яуым-төшөмһөҙ булыуы, әммә көньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы -5;-10, төндә иһә -15;-20 градус булыуы күҙаллана. Аяҙытҡанда 28 градусҡаса һыуытасаҡ.

 
Йәкшәмбе, 13 мартта, шәмбеләге кеүек үк һауа торошо фаразлана.
Автор:
Читайте нас