Мораҙым
+21 °С
Облачно
Новости
7 Марта 2022, 12:23

Гүзәл заттарға арналды

Кисә Аралбай ауылы клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гүзәл заттарға арналдыГүзәл заттарға арналды
Гүзәл заттарға арналды

Киске сәғәт етегә барыбыҙ ҙа өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә мәңге бөтмәҫ эштәребеҙҙе ҡалдырып мәҙәниәт усағына йыйылдыҡ.Пенсия йәшендә булһам да, үткәрелгән бер саранан да ҡалғаным юҡ. Концерт шул тиклем матур булды,бер тында сәғәт ярым ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә калдыҡ тиһәм бер ҙә яҙыҡ һүҙ булмаҫ!
Ошо иҫ -киткес концерт өсөн, үҙемдең рәхмәттәремде, тәү сиратта кисәне ойошторған Иҫәнбаевтар Рәил һәм Лилиәгә,йыр-моңдарын бүләк иткән, техник, музыкаль яҡтан концертты тулыһынса биҙәгән ,ваҡыт табып беҙҙе ҡыуандырған өсөн Артур Янбаевҡа,алып барыусыларыбыҙ Розалина Иҫәнбаева һәм Фидан Аҡкилдинға ,күңелгә май булып ятҡан йырҙары өсөн Рита Аҡкилдинаға,шиғырҙарын оҫта итеп һөйләгән Айгизә Иҫәнбаеваға, башҡорт бейеүҙәрен өҙҙөрә баҫып бейегән Гөлсөм Абзалиловаға,бәләкәстәребеҙ Аралбай ауылының мәктәпкә йөрөгән һәм йөрөмәгән ҡыҙсыҡтарыбыҙ"Яҙғы тамсылар "ансамбленә еткергем килә.Гел шулай беҙҙе ҡыуандырып торһондар тип яҙа Нурия апай Исҡужина.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас