

Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп, гөрләүектәр менән бергә йүгерп яҙ ҙа килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә. 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан райондың “Изге йөрәк” ирекмәндәр хәрәкәте район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге менән берлектә “Һеҙгә, һөйөклөләр!” тигән акция үткәрҙе.
Ирекмәндәр район үҙәгендә урынлашҡан “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”, “Ҡырағай бал” йәмғиәттәрендә, Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтендә, “Уралсиб”, “Газпром газораспределение Уфа”, ДОСААФ, “Күгәрсен урмансылығы”, “Россгострах” ойошмаларында, урындағы Эске эштәр бүлегендә, бөҙрәханаларҙа эшләүсе гүзәл заттарға сәскәләр таратты.