Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
2 Март 2022, 09:52

15 градусҡа тиклем һыуыта

Киләһе өс көндә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? 

15 градусҡа тиклем һыуыта15 градусҡа тиклем һыуыта
15 градусҡа тиклем һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән томан төшә, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡайһы бер участкаларҙа тайғаҡ буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 0-5 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ –4...+1, таулы райондарҙа +4 градусҡа тиклем.

3 мартта төбәктә яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –10...–5 градус, аяҙығанда –15 градусҡа тиклем һыуыҡ. Көндөҙ –3...+2, таулы райондарҙа 5 градусҡа тиклем йылыта.

4 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Төндә  –9...–4, аяҙығанда –14 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ –2...+3 градус.

Автор:
Читайте нас