Мораҙым
0 °С
Облачно
Новости
26 Февраля 2022, 05:03

“Өфө” аэропорты бер рейсты ла ҡабул итмәй

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты иртәге сәғәт 4.30-ҙан бөтә авиакомпанияларҙың рейстарын ҡабул итеүҙе һәм сығарыуҙы туҡтатҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Өфө” аэропорты бер рейсты ла ҡабул итмәй“Өфө” аэропорты бер рейсты ла ҡабул итмәй
“Өфө” аэропорты бер рейсты ла ҡабул итмәй

Бөгөн, 26 февралдә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты иртәге сәғәт 4.30-ҙан бөтә авиакомпанияларҙың рейстарын ҡабул итеүҙе һәм сығарыуҙы туҡтатты, тип хәбәр итә “Башинформ”.

“Сәбәбе – һауа шарттары, атап әйткәндә, көслө томан”, – тип хәбәр иткән аэропорт диспетчеры Лиана Ғәйнетдинова.

Башҡортостанға осоусы ҡайһы бер самолеттарҙы күрше төбәктәрҙең һауа порттарына ебәргәндәр, икенселәрен, мәҫәлән, “Победа” авиакомпанияһының Мәскәүҙән рейсын, кире борғандар.

Автор:
Читайте нас