+24 °С
Ямғыр


Әҙәби сарала китапханасылар шағирҙың ижады, тормошо һәм "Ижади мираҫы үлемһеҙ" исемле әҙәби күргәҙмә менән таныштырып үттеләр. Шулай уҡ Рәми Ғариповтың билдәле шиғырҙары һәм ҡәләмдәштәренең шағирға бағышлап яҙылған шиғырҙары уҡылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған "Ат эсерҙем йылауҙан", "Кәкүк", "Үтте лә китте йәшлегем" йырҙары йырланды.